#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы Башҡортостан Республикаһының тыуған көнөнә ҡарата "Сибайымдың иҫтәлекле урындары" тип исемләнгән һүрәттәр конкурсы ойошторҙо. Был конкурста беҙҙең балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре әүҙем ҡатнашты (тәрбиәселәр : Тулыбаева Г. Ғ., Иҙрисова Р. Х. ) һәм төрлө номинациялар буйынса урын яулап маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡыуандылар. Шулай уҡ, балаларға "Раскрась Сибай!" тип аталған буяу китапсығы презентацияһында ҡатнашыу, баннерҙа үҙҙәренә оҡшаған ҡаланың иҫтәлекле урындарын буяу, оҫталар ярҙамында аквагримм һәм үҙ портретын эшләтеү бәхете тейҙе. Әлбиттә был балаларға бик оҡшаны, байрамдан балалар яҡшы кәйеф һәм ыңғай тәьҫораттар алып ҡайттылар. Ошондай байрам ойошторған музей директоры Аллабердина Л. Р. һәм музей хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.
|