#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы #Аҡсәскәтөркөмө "Аҡбуҙат" баҡсаһының йыллыҡ эш планына ярашлы йәш тәрбиәселәргә эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу маҡсатында "Аҡсәскә" телмәр төҙәтеү төркөмөндә грамотаға өйрәтеү буйынса "Өнбайға ярҙамға" исемле белем биреү эшмәкәрлеге ойошторҙом. Балалар уйындар, күнегеүҙәр аша [р] өнөнөң әйтелешен нығыттылар. Бирелгән өнгә һүрәттәр һайлап, һүҙҙе ижеккә бүлделәр, өндөң урынын билдәләнеләр. Балаларға уйын формаһында ойошторолған эшмәкәрлек бик оҡшаны. Йәш педагогтарға ла дәрес файҙалы һәм фәһемле булды. Уҡытыусы-логопед Юнысбаева Гөлсинә Ғөбәйт ҡыҙы