#һаулыҡаҙналығы
#Аҡбузатбалаларбаҡсаһы
Спорт - ул йәшәү сығанағы, сөнки кеше ни тиклем күберәк спорт менән шөғөлләнһә, шул тиклем күберәк уның һаулығы нығына. "Аҡсәскә" телмәр төҙәтеү төркөмө балалары менән "Мин спортты яратам" исеме аҫтында күңел асыу үткәрелде. Балаларҙың етеҙлеген, сослоғон үҫтереүгә төрлө ярыштар ойошторолдо. Балалар саф һауала бик ҡыуанып ярыштылар, үҙҙәренең һаулыҡтарын нығыттылар. Шулай уҡ һаулыҡ тураһында әңгәмәнән һуң, һаулыҡҡа ҡағылышлы һүрәттәр буяп, күргәҙмә ойошторҙолар.
|