#Проектэшмәкәрлеге
#Патриотиктәрбиә
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
#ҡаламдыяратам
Кесе йәштән үк балаларҙа тыуған илгә һөйөү уятыу, уның күренекле кешеләре менән таныштырыу, ҡыҙыҡһыныу һәм ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү мөһим. Ошо йәһәттән беҙҙең балалар баҡсаһында бик күп проект эштәре алып барыла. Тыуған ҡалабыҙ Сибайҙың тарихы һәм мәҙәниәтенә ылыҡтырыу, уның иҫтәлекле урындарына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатында балалар баҡсаһының “Күгәрсен” телмәр төҙәтеү төркөмөндә (тәрбиәсҽләр Ниғәмәтова А.И., Ҡолмөхәмәтова Р. И.) “Сибайҙың иҫтәлекле урындары” тип исемләнгән проект эше алынды. Йыл буйына ата - әсәләр, тәрбиәләнеүселәр менән берлектә проект өҫтөндә бик күп эштәр эшләнелде. Проектты тормошҡа ашырыу осоронда балалар менән Сибай ҡалаһының тарихы һәм иҫтәлекле урындары менән яҡындан таныштыҡ. Шулай уҡ театр, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Еңеү паркы, ГИБДД кеүек иҫтәлекле урындарына маҡсатлы экскурсия, белем биреү эшмәкәрлектәре ойошторолдо. Проект эшен йомғаҡлау сараһы итеп, “Асыҡ микрофон” формаһында әҙерләнгән уйын - викторина үткәрелде. Сара балаларҙың концерт номерҙары, шиғырҙар һәм башҡорт халҡының милли уйындары менән һуғарылып барҙы (музыка етәксеһе Ғөбәйҙуллина Р.А.). Был сарала тыуған ҡалабыҙ тураһында төплө мәғлүмәт бирелде. Байрам аҙағында проектта әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләргә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.