Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSЧетверг, 09.05.2024, 11:01

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

#ЯҙғыӨмә
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
Өмә - ул берҙәмлек, дуҫлыҡ, ярҙамлашыу. Ул беҙҙең боронғо йолаларыбыҙҙың береһе. Күп көс һәм ваҡыт сарыф ителә торған эштәрҙе, халҡыбыҙ борон-борондан күмәкләшеп, өмә яһап башҡарған. Бына "Космонавтар" төркөмө (тәрбиәселәр Япанова Э. Ф., Тулыбаева Г. Ғ.) ата-әсәләре лә уйын майҙансығын бергәләп таҙартып та ҡуйҙылар. Балаларҙы таҙалыҡҡа, тәртипкә өйрәтеү менән бергә, хеҙмәткә ҡарата һөйөү ҙә тәрбиәләнде. Өмәлә ҡатнашыусы ата-әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Просмотров: 40 | Добавил: akbuzat | Дата: 12.04.2023 | Комментарии (0)

#12 апрель-Космонавтаркөнө
#ДеньКосмонавтики
12 апрель - тарихи датаға ярашлы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә төрлө әңгәмәләр: "Йыһан киңлегендә", "Ҡояш системаһы", "Беренсе космонавт Ю. Гагарин", нәфис әҙәбиәт уҡыу, өҫтәл уйындары, видеояҙма ҡарау, белем биреү эшмәкәрлектәре ойошторолдо. Тәрбиәләнеүселәр өсөн был көн бик фәһемле һәм ҡыҙыҡлы булды.

Просмотров: 47 | Добавил: akbuzat | Дата: 12.04.2023 | Комментарии (0)

#КосмонавтарКөнө
#БеҙГагаринсылар
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
Йыһан серле донъя, ә космонавтар
космостың серҙәрен асыусы дуҫтар
йыһан карабы Ер шарын урай
бар ғаләмгә илемде данлай!
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек һәм телмәр төҙәтеү төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән берлектә музыка етәкселәре (Ҡунаҡбаева Г.Р.,Ғөбәйҙуллина Р.Ә.) Космонавтика көнөнә арналған күңел асыу саралары үткәрҙеләр. Тылсымлы экран аша космос тураһындағы белемдәрен арттырһалар, ә инде бына төрлө уйындар, йыр-бейеүҙәр, йомаҡтар аша кескәйҙәр Йыһан серҙәрен астылар.

Просмотров: 45 | Добавил: akbuzat | Дата: 12.04.2023 | Комментарии (0)

#12апрель
#Космонавтаркөнө
#ДеньКосмонавтики

12 апрель бөтә донъя космонавтар көнөн билдәләй.
Ошо датаға ярашлы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә төрлө эшмәкәрлектәр үткәрелде.
Балалар Ю. Гагариндың көслө, ҡыйыу, аҡыллы, һау сәләмәт кеше булыуы тураһында белделәр, йыһан киңлеге серҙәре менән таныштылар. Шулай уҡ балаларға кесе йәштән үк беҙ йәшәгән ер, планеталар, йондоҙҙар тураһында әңгәмә үткәрелде, ҡағыҙҙан ракета эшләнеләр. "Йыһан киңлеге" исемле һүрәттәр күргәҙмәһе ойошторолдо.

Просмотров: 43 | Добавил: akbuzat | Дата: 12.04.2023 | Комментарии (0)

#Яҙғыөмә
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Үҙебеҙ йәшәгән мөхитте таҙалыҡта, тәртиптә тотоу бик мөһим эштәрҙән һанала. Шуға күрә 11 апрель көнө "Бәпембә" төркөмөнөң ата - әсәләре уйын майҙансығын таҙаларға өмәгә килделәр (тәрбиәселәре Хәсәнова Ә. Ш., Ташбулатова Ә. Ә.). Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, бергәләп тотонғас, эш бик йылдам барҙы, башлаған эштәрҙе аҙағына еткереп тә ҡуйҙылар. Өмәлә ҡатнашыусы ата - әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Рамаҙан айында изге эштәрегеҙ үҙегеҙгә сауап булып ҡайтһын. Алдағы көндәрҙә лә өмәләр дауам итһен.

Просмотров: 50 | Добавил: akbuzat | Дата: 12.04.2023 | Комментарии (0)

12 апрель көнө "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында йәш тәрбиәселәр өсөн "Луллия балдаҡтарының балаларға файҙаһы" исемле семинар - практикум үтте. (тәрбиәсе Ташбулатова. Ә. Ә.) Луллия балдаҡтары аша баланың логик фекерләүен, телдән һөйләү күнекмәләрен, сенсор һәм математик күҙаллауҙарын, бәйләнешле телмәр үҫешен, телмәрҙең грамматик төҙөлөшөн камиллаштырып була. Семинар - практикум барышында Луллия балдаҡтарының төҙөлөшө уның менән нисек эш итергә аңлатып үтелде. Балаларҙы тәрбиәләү һәм үҫтереү өсөн йәш үҙенсәлектәренә ҡарап уйындар тәҡдим ителде.
Ушинский әйткән "Балаға билдәле булмаған 5 һүҙҙе өйрәтһәң ул оҙаҡ һәм ыҙалап өйрәнәсәк, ә шундай 20 һүҙҙе һүрәт менән бәйләһәң бала тиҙерәк өйрәнә" тигән һүҙҙәре Луллия балдаҡтары менән эшләп иҫбатларға була. 

Просмотров: 41 | Добавил: akbuzat | Дата: 12.04.2023 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Апрель 2023  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024