#БелмәгәнеңдеӨйрәнБелгәнеңдеӨйрәтАкцияһы
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
Балалар баҡсаһында уҙғарылған ИКТ йүнәлешендә "Белмәгәнеңде өйрән, белгәнеңде өйрәт!! акцияһы сиктәрендә педагог-психолог Аметова Рәйлә Марат ҡыҙы сираттағы семинар-практикум үткәрҙе.
XXI быуаттың төп технологияһы булып мәғлүмәт - коммуникация технологияларын (ИКТ) ҡулланыу тора. ИКТ: материалдарҙы оҙайлы һәм компактлы һаҡларға, уларҙы оператив эҙләргә, тиҙ эшкәртергә, теләһә ҡайһы алыҫлыҡҡа тапшырырға һәм кәрәкле формала мультимедиа (текст, таблица, анимация, графика, аудио һәм видео, һ.б.) күрһәтергә мөмкинселектәр бирә.