Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSЧетверг, 09.05.2024, 18:18

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

#Салауатвариҫтары #Проектэшмәкәрлеге #Патриотиктәрбиә Кесе йәштән үк балаларҙы тыуған илгә һөйөү уятыу, уның батырҙары менән таныштырыу, арҙаҡлы кешеләренә ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү мөһим. Был йәһәттән беҙҙең балалар баҡсаһында бик күп проект эштәре алып барыла. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев менән таныштырыу, уның тормош юлына, ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, батыр рухы менән илһамландырыу маҡсатында балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә "Салауат вариҫтары" тип исемләнгән проект эше алынды. ( Тәрбиәселәр Ә.ӘТашбулатова, Ә. Ш. Хәсәнова) Йыл буйына ата - әсәләр, тәрбиәләнеүселәр, менән берлектә проект өҫтөндә бик күп эштәр эшләнелде. Проектты тормошҡа ашырыу осоронда балалар менән Салауат Юлаевтың ижады, уның тормош юлы менән яҡындан таныштыҡ. Төрлө әңгәмәләр: "Кем ул Салауат Юлаев?", "Батырҙы данлай рәссамдар", нәфис әҙәбиәт М.Ғәли "Салауат батыр", Ш. Бабич "Салауат батыр", видеояҙма ҡарау, күңел асыу саралары, ҡалалағы балалар китапханаһына, Салауат батырҙың бюсына маҡсатлы экскурсия, белем биреү эшмәкәрлектәре ойошторолдо. Ошо проект эшен йомғаҡлау сараһы итеп "Салауат вариҫтары" исемле Салауат Юлаевтың үҙе ижад иткән шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсы үткәрелде. Сараға абруйлы ҡунаҡтар саҡырылды, Сибай ҡалаһының Ҡоролтай ағзалары Таңғатарова Таңһылыу Хәләф ҡыҙы, Ғәйнуллина Алсу Хәйбулла ҡыҙы һәм бик күп ата - әсәләр йыйылды. Сара балаларҙың концерт номерҙары һәм башҡорт халҡының милли уйындары менән һуғарылып барҙы (музыка етәксеһе Ҡунаҡбаева Г.Р., физик тәрбиә биреү инструкторы Әлибаева Ә. Р.). С. Юлаев үҙенең шундай ҡыҫҡа ғына ғүмерендә бик күп мәғәнәле, тыуған иленә, теленә, халҡына, тәбиғәткә бәйле шиғырҙарҙарын балалар яттан һөйләп кескәй йөрәктәре аша үткәрҙеләр. Бәйгелә бөтәһе 26 бала көс һынашты һәм мәртәбәле жюри ағзалары тарафынан еңеүселәр билдәләнде: Арсланбаев Арслан Гран - при, Алтынбаева Ая -1 урын, Исламова Регина, Кулембетова Наҙгөл - 2 урын, Ишкинин Илназ, Янтилина Имилия, Янгулова Залина, Ташбулатов Самир - 3 урын яуланылар!!! Афарин, балалар!!! Һеҙҙә шулай Салауат кеүек батыр, көслө, үҙ халҡығыҙға файҙалы кешеләр булып үҫеүегеҙҙе теләйбеҙ!

                  

Просмотров: 45 | Добавил: akbuzat | Дата: 18.04.2023 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Апрель 2023  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024