#КосмонавтарКөнө
#БеҙГагаринсылар
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
Йыһан серле донъя, ә космонавтар
космостың серҙәрен асыусы дуҫтар
йыһан карабы Ер шарын урай
бар ғаләмгә илемде данлай!
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек һәм телмәр төҙәтеү төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән берлектә музыка етәкселәре (Ҡунаҡбаева Г.Р.,Ғөбәйҙуллина Р.Ә.) Космонавтика көнөнә арналған күңел асыу саралары үткәрҙеләр. Тылсымлы экран аша космос тураһындағы белемдәрен арттырһалар, ә инде бына төрлө уйындар, йыр-бейеүҙәр, йомаҡтар аша кескәйҙәр Йыһан серҙәрен астылар.
|