#12 апрель-Космонавтаркөнө #ДеньКосмонавтики 12 апрель - тарихи датаға ярашлы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә төрлө әңгәмәләр: "Йыһан киңлегендә", "Ҡояш системаһы", "Беренсе космонавт Ю. Гагарин", нәфис әҙәбиәт уҡыу, өҫтәл уйындары, видеояҙма ҡарау, белем биреү эшмәкәрлектәре ойошторолдо. Тәрбиәләнеүселәр өсөн был көн бик фәһемле һәм ҡыҙыҡлы булды.