12 апрель көнө "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында йәш тәрбиәселәр өсөн "Луллия балдаҡтарының балаларға файҙаһы" исемле семинар - практикум үтте. (тәрбиәсе Ташбулатова. Ә. Ә.) Луллия балдаҡтары аша баланың логик фекерләүен, телдән һөйләү күнекмәләрен, сенсор һәм математик күҙаллауҙарын, бәйләнешле телмәр үҫешен, телмәрҙең грамматик төҙөлөшөн камиллаштырып була. Семинар - практикум барышында Луллия балдаҡтарының төҙөлөшө уның менән нисек эш итергә аңлатып үтелде. Балаларҙы тәрбиәләү һәм үҫтереү өсөн йәш үҙенсәлектәренә ҡарап уйындар тәҡдим ителде.
Ушинский әйткән "Балаға билдәле булмаған 5 һүҙҙе өйрәтһәң ул оҙаҡ һәм ыҙалап өйрәнәсәк, ә шундай 20 һүҙҙе һүрәт менән бәйләһәң бала тиҙерәк өйрәнә" тигән һүҙҙәре Луллия балдаҡтары менән эшләп иҫбатларға була.
|