#9майЕңеүКөнө #ДеньПобеды9мая 4 май көнө "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмө (тәрбиәселәр: Хәсәнова Ә. Ш., Ташбулатова Ә. Ә.) тәрбиәләнеүселәренә патриотик хистәр, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, һуғыш геройҙарын иҫкә алыу маҡсатында "Мәңгелек ут" һәйкәленә маҡсатлы экскурсия ойошторолдо. Балалар һәр осраған кешегә "Георгий таҫмаһын" тапшырҙы.