# Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы #Оҫтаҡулдар #Түңәрәкэше Ташландыҡ һәм тәбиғәт материалдарынан төрлө ҡоролмалар эшләү балаларҙа тәбиғәткә һөйөү, тәбиғәтте һаҡлау, ижад итеү һәләттәрен һәм телмәр үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсатында "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә (тәрбиәселәр Ташбулатова Ә. Ә., Хәсәнова Ә. Ш.) "Оҫта ҡулдар" исемле түңәрәк эше ойошторолдо. Эш барышында төрлө методик алымдар: әңгәмәләр "Тубырсыҡтан нимәләр эшләп була? ", "Ташландыҡ материалға яңы тормош" һ. б., нәфис әҙәбиәт "Тубырсыҡ" Г.Ситдикова, "Көҙ еткәс" К.Кинйәбулатова һ. б. шулай уҡ күргәҙмә, иллюстрация, аудио - видеояҙма ҡулланылды. Йыл буйына планға ярашлы "Көҙгө урман", "Өкө", "Пингвин", "Ҡышҡы ағастар", "Светофор", "Сыйырсыҡ ояһы" һ. б. эштәрҙе коллектив һәм индивидуаль рәүештә башҡарылды. Балаларҙың эштәрен конкурстарға ебәреп маҡтау ҡағыҙҙары һәм дипломдар менән бүләкләнделәр. Йыл буйына эшләнгән эштәрҙән ата - әсәйҙәр өсөн күргәҙмә ойошторолдо. Тәбиғәт һәм ташландыҡ материалдар менән эшләү балаларға ҡыуаныс һәм ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.