Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSСреда, 08.05.2024, 19:45

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

#ПроектЭшмәкәрлеге
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
#КосмонавтарТөркөмө
Заман талаптарына ярашлы  мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү эштәрендә актуаль булған, балаларҙы  эҙләнеү – тикшеренеү эшмәкәрлегенә актив йәлеп итеүсе  эш алымдары һәм формалары ҡулланыу тәҡдим ителә. Шундай уникаль технологияларҙың береһе – проект эшмәкәрлеге.  Бына уртансылар төркөмө тәрбиәләнеүселәре (тәрбиәселәр: Япанова Э. Ф., Тулыбаева Г. Ғ., музыка етәксеһе Ғөбәйҙуллина Р. А.) менән дә "Ҡурай - башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы" исемле проект эшенең "Ҡурай моңо" исемле йомғаҡлау сараһы үтеп китте. Байрам сараһына ҡалабыҙҙың сәнғәт мәктәбендә эшләүсе, балаларҙы ҡурай уйнау серҙәренә өйрәтеүсе белгес Илмир Амир улы саҡырылды. Ул балаларға ҡурай тарихы тураһында һөйләп үтте, ҡурай менән таныштырҙы һәм ҡурайҙа төрлө көйҙәр уйнап балаларҙың күңелен күтәрҙе, байрамға йәм өҫтәне. Байрам сараһына ата-әсәләр, балалар саҡырылды. Сара бөтәһенә лә оҡшаны. Байрам сараһында ҡатнашыусы Илмир Амур улына, музыка етәксеһе Рәмилә Абдулхай ҡыҙына, балаларға, ата-әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ.

   

Просмотров: 50 | Добавил: akbuzat | Дата: 14.05.2023 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Май 2023  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024