#Библионочь
#Модельнаядетскаябиблиотека
#Библиотөн
#Моделлебалаларкитапханаһы
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
#Бәпембәтөркөмө
25 май көнө Сибай ҡалаһының моделле балалар китапханаһы "Библиотөн" форматында ҡала кимәлендә ойошторолған ижади "Город, в котором я живу" конкурсына йомғаҡ яһаны. Был конкурстан "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре лә (тәрбиәселәре Ташбулатова Ә. Ә., Хәсәнова Ә. Ш.) ситтә ҡалманы, бөтәһе 11 бала үҙҙәренең эшләгән һүрәттәрен тәҡдим иттеләр. Конкурс һөҙөмтәһе булып Кулембетова Наҙгөл 3 - сө урын яулап диплом һәм иҫтәлекле бүләк менән, ә башҡа балалар ҡатнашыусы дипломы менән бүләкләнделәр.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре сара барышында балалар өсөн "Әкиәттең исемен әйт", "Был персонаж ниндәй әкиәттән?", "Әкиәттең исемендә ниндәй хәреф буталған?" һәм башҡа бик күп уйындар үткәрҙеләр. Шулай уҡ "Йомро икмәк кемдә туҡтаны?" уйынында балалар үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтеп йырлап, бейеп, шиғыр һөйләне, "Шалҡан" әкиәтен сәхнәләштереп сараны тағы ла йәнләндерҙеләр.
Сара аҙағында сарала иң әүҙем ҡатнашыусы балаларҙы ла билдәләп, бүләктәр тапшырып үттеләр.
Балалар һәм ата - әсәләр өсөн "Библиотөн" сараһын ойоштороусы китапхана хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ҡунаҡтарға сара бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Хеҙмәткәрҙәргә эштәрендә уңыштар теләһәк, балаларға инде ижади үрҙәр теләйбеҙ.
. .