Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSВоскресенье, 19.05.2024, 00:02

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

                           Өйҙә ултырабыҙ

                      Өйҙә ултырырға тигән,

                      Әмер алды һәр кеше.

                      Кемдәрҙер өйҙә,ә кемдер

                      Дауам итә үҙ эшен.

 

                       Интернет аша эшләйбеҙ

                       Һәр бала,ғаилә менән.

                       Әсәйҙәр дәрес үткәрә,

                      Бергә ҙур теләк менән.

 

                     Уйнайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә

                     Һүрәт тә төшөрәләр.

                     Тәмле итеп балаларға

                     Аштарын бешерәләр.

 

                    Күҙәтеүсе генә түгел,

                   Беҙ һаман тәрбиәсе.

                   Ауырлыҡты еңеп сығырбыҙ

                   Бергә эшләп һәр эште.

 

                                                              Йыһангирова Гөлнара Марат ҡыҙы

                                                           “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе

                   

                

             

                          

 

Просмотров: 180 | Добавил: Hobit | Дата: 09.04.2020 | Комментарии (0)

#ӨйҙәЯҡшыраҡ #

Билдәле ,  һәр бер баланың  да   иң яратып уйнаған билдәле   бер уйынсығы була. Бар күңелен һалып, ҡәҙерләп   уйнаған уйынсығы бала күңеленә   тик яҡшы тойғолар бирә,  донъяны танып белергә ярҙам итә.  Ошо көндәрҙә  "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында   "Минең яратҡан уйынсығым" исемле интернет акция ойошторолдо. Мауыҡтырғыс  та , күңелле лә был акцияға барлыҡ ата - әсәләр  һәм  кескәйҙәр ихлас ҡушылды. Шарттары бик ябай: баланың  үҙенең ИҢ яратҡан уйынсығы менән уйнап  йөрөгән мәлен фотоға төшөрөп  һалырға. Әйтергә кәрәк,  кескәйҙәр рәхәтләнеп яратҡан уйынсыҡтары менән төрлө уйындар уйнап кинәнһә,   ата - әсәләр  ҙә  ваҡыттарын бергә үткәреп , ғәмһеҙ  баласаҡ иленә сумды !

               

               

                            

Просмотров: 161 | Добавил: Hobit | Дата: 09.04.2020 | Комментарии (0)

Аҡбуҙат  балалар баҡсаһының “Толпар” төркөмө тәрбиәләнеүселәре  #ӨйҙәЯҡшыраҡ #өйҙә ултырабыҙ# акцияларына  ҡушыла.  Балалар  ата-әсәләр  менән берлектә көндәрен бик файҙалы  һәм фәһемле итеп үткәрәләр. Бөгөндә тәрбиәләнеүселәр атай, әсәйҙәре менән берлектә  Р. Ғәриповтың "Сыйырсыҡ " шиғырын өйрәнеп ихлас күңелдән һүрәт эшләнеләр. Балалар өйҙә ултырыуға ҡарамаҫтан ҙур теләк менән шөғөлләнәләр. #өйҙәяҡшыраҡ # #өйҙәултырабыҙ# лозунгылары аҫтында үткәрелгән саралар  аша балаларҙың нәфис әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныуы  арта, телмәре,  ҡул моторикаһы үҫешә

             

                     

             

Просмотров: 164 | Добавил: Hobit | Дата: 09.04.2020 | Комментарии (0)

Сегодня в Центре детского творчества состоялась церемония награждения участников конкурса, проводимого в рамках фестиваля народного творчества для дошкольников "Кубок содружества". "Центр развития ребенка - детский сад"Акбузат" принял активное участие во всех номинациях. Наши воспитанники были награждены дипломом ll степени в номинации «Игра на музыкальных инструментах», а в номинации "Хореография" дипломом lll степени.
Остается сказать только "Молодцы!" нашим очаровательным талантам!
Выражаем огромную благодарность музыкальному руководителю (Кунакбаева Г.Р.), воспитателям подготовительной группы (Фатхутдинова Г.Ф., Рамеева Г.С.), а также родителям (законным представителям) воспитанников за подготовку к конкурсу. Дальнейших творческих успехов!

  

 

Просмотров: 163 | Добавил: Hobit | Дата: 13.03.2020 | Комментарии (0)

Балалар баҡсаһында 8 март Халыҡ - ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы айҡанлы иртәлектәр үткәрелде. Балалар музыка етәкселәре, тәрбиәселәр менән әсәйҙәр, өләсәйҙәр өсөн күңелле бейеүҙәр, дәртле йырҙар, шиғырҙар өйрәнделәр. Балалар был байрамға һүрәт төшөрҙөләр һәм үҙ ҡулдары менән бүләктәр әҙерләнеләр. Тәрбиәселәр әсәйҙәргә ниндәй генә уйындар әҙерләмәгәндәр: “Ярманы айыр”, “Балаңды ҡулынан таны”, “Тылсымлы моҡсай”, “Мин иң матуры”, “Йомғаҡты ура”, “Бәпәйҙе ура” һ.б. Ҡыҙыҡлы уйындарҙа әсәйҙәр балалары менән бик әүҙем ҡатнаштылар.

   

Просмотров: 179 | Добавил: Hobit | Дата: 06.03.2020 | Комментарии (0)

ҺӨЙӨНСӨ!!!!! Аҡбуҙат балалар баҡсаһы педагогтары тарафынан “Халҡым мира – тәрбиә нигеҙе” тип исемләнгән  методик ҡулланма ошо көндәрҙә донъя күрҙе. Йөкмәткеле һәм күләмле был ҡулланма башҡорт мөхитендә тәрбиәләнеүсе мәктәпкәсә йәштәге балаларға  рухи - патриотик тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән. Башҡорт халҡының ғөрөф - ғәҙәтенә, тарихына, йолаларына һәм мәҙәниәтенә нигеҙләнеп яҙылған ҡулланма шулай уҡ  балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә, ата-әсәләргә, башҡорт телен өйрәтеүсе уҡытыусыларға, урта һәм юғары педагогик уҡыу йорттары студенттарына тәҡдим ителә.

Әйтергә кәрәк, ҡулланманың Башҡортостан Республикаһында  иғлан ителгән Башҡорт теле йылы сиктәрендә нәшер ителеүе,  тағы ла ҙур ҡыуаныс!

 

 

Прикрепления: Картинка 1
Просмотров: 177 | Добавил: Hobit | Дата: 05.03.2020 | Комментарии (0)

Наш детский сад "Акбузат" принял участие в смотре - конкурсе художественной самодеятельности трудовых коллективов, посвященного 65 – летнему юбилею города Сибай. На суд жюри представили импровизацию на бшкирские народные мелодии «Ҡарабай», «Зарифа», «Әпипә».

                                                                           

Просмотров: 161 | Добавил: Hobit | Дата: 03.03.2020 | Комментарии (0)

“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында 18 февралдән 21 февралгә тиклем балаларға патриотик тәрбиә биреү аҙналығы уҙғарылды. Һәр төркөмдә хәрби темаларға арналған тематик ойоштороу эшмәкәрлектәре үткәрелде, күргәҙмә ойошторолдо. Балалар хәрби-патриотик йырҙар, шиғырҙар өйрәнделәр, һүрәт төшөрҙөләр, үҙ ҡулдары менән атай-олатайҙарына бүләк әҙерләнеләр. Байрамға атайҙарҙың, олатайҙарҙың күпләп килеүе, балалары менән берлектә “Миналы ялан”, “Яралы һалдат”, “Һалдат хаты тапшырыу”, “Һалдаттарҙа тәртип ҡаты” тип исемләнгән хәрби уйындарҙа, спорт ярыштарын да ҡатнашыуҙары кескәйҙәрҙе тағы ла ҡыуандырып, дәртләндереп ебәрҙе. Ысынлап та, малайҙар атай-олатайҙары кеүек физик яҡтан көслө, етеҙ, киләсәктә ҡыйыу һалдат булырға ынтыла, өлгө ала, ә ҡыҙҙар атайҙары менән ғорурлана.

    

Просмотров: 192 | Добавил: Hobit | Дата: 20.02.2020 | Комментарии (0)

19 февраля 2020 года на базе детского сада «Акбузат» учитель-логопед Айгуль Фатиховна Уразбаева провела мастер-класс по теме «Использование камешков Марблс в коррекционной работе с детьми дошкольного возраста» для учителей –логопедов ДОУ города Сибай. В ходе мастер - класса учителя - логопеды познакомились с разнообразными играми и упражнениями с камешками Марблс. Айгуль Фатиховна показала эффективные приемы работы с детьми по этой технологии. Педагоги с увлечением играли, выкладывали из камешков фигурки, проявили творчество и фантазию. Было очень познавательно и интересно!

   

Просмотров: 197 | Добавил: Hobit | Дата: 19.02.2020 | Комментарии (0)

18 февраль көнө «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған бик матур сара үтте. Байрамға атайҙар, ҡартатайҙар саҡырылды. Балалар үҙҙәренең матур шиғырҙары, дәртле бейеүҙәре һәм күңелле йырҙары менән килгән ҡунаҡтарҙың кәйефен күтәрҙе. Ә инде бына йылғырлыҡ, зирәклек, тапҡырлыҡ, сослолоҡ талап иткән уйын-эстафеталар балалар, атайҙар өсөн ҡыҙыу һәм мауыҡтырғыс барҙы. Байрамды ойоштороусы тәрбиәселәргә (Ҡолмөхәмәтова Р.И.,Ниғәмәтова А.И.), музыка етәксеһенә (Ҡунаҡбаева Г.Р.) һәм шулай уҡ, ваҡыт табып килеүсе атай-ҡартатайҙарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

 

Просмотров: 201 | Добавил: Hobit | Дата: 18.02.2020 | Комментарии (0)

« 1 2 ... 59 60 61 62 63 ... 65 66 »
Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Май 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024