Өйҙә ултырабыҙ
Өйҙә ултырырға тигән,
Әмер алды һәр кеше.
Кемдәрҙер өйҙә,ә кемдер
Дауам итә үҙ эшен.
Интернет аша эшләйбеҙ
Һәр бала,ғаилә менән.
Әсәйҙәр дәрес үткәрә,
Бергә ҙур теләк менән.
Уйнайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә
Һүрәт тә төшөрәләр.
Тәмле итеп балаларға
Аштарын бешерәләр.
Күҙәтеүсе генә түгел,
Беҙ һаман тәрбиәсе.
Ауырлыҡты еңеп сығырбыҙ
Бергә эшләп һәр эште.
Йыһангирова Гөлнара Марат ҡыҙы
“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе