Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSСреда, 08.05.2024, 20:55

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

08:24
Конкурс "Город, в котором я живу!"

#Библионочь
#Модельнаядетскаябиблиотека
#Библиотөн
#Моделлебалаларкитапханаһы
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
#Бәпембәтөркөмө
25 май көнө Сибай ҡалаһының моделле балалар китапханаһы "Библиотөн" форматында ҡала кимәлендә ойошторолған ижади "Город, в котором я живу" конкурсына йомғаҡ яһаны. Был конкурстан "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре лә (тәрбиәселәре Ташбулатова Ә. Ә., Хәсәнова Ә. Ш.) ситтә ҡалманы, бөтәһе 11 бала үҙҙәренең эшләгән һүрәттәрен тәҡдим иттеләр. Конкурс һөҙөмтәһе булып Кулембетова  Наҙгөл 3 - сө урын яулап диплом һәм иҫтәлекле бүләк менән, ә башҡа балалар ҡатнашыусы дипломы менән бүләкләнделәр.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре сара барышында балалар өсөн "Әкиәттең исемен әйт", "Был персонаж ниндәй әкиәттән?", "Әкиәттең исемендә ниндәй хәреф буталған?"  һәм башҡа бик күп уйындар үткәрҙеләр. Шулай уҡ "Йомро икмәк кемдә туҡтаны?" уйынында балалар үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтеп йырлап, бейеп, шиғыр һөйләне, "Шалҡан" әкиәтен сәхнәләштереп сараны тағы ла йәнләндерҙеләр. 
Сара аҙағында сарала иң әүҙем ҡатнашыусы балаларҙы ла билдәләп, бүләктәр тапшырып үттеләр.
Балалар һәм ата - әсәләр өсөн "Библиотөн" сараһын ойоштороусы китапхана хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ҡунаҡтарға сара бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Хеҙмәткәрҙәргә эштәрендә уңыштар теләһәк, балаларға инде ижади үрҙәр теләйбеҙ.

Просмотров: 51 | Добавил: akbuzat | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Май 2023  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024