Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSПятница, 18.10.2024, 10:00

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

#өйҙәултырабыҙ

#дистанционэшләйбҽҙ

#сидимдома

"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Йәйғор" төркөмө тәрбиәләнҽүсҽләрҽ ата - әсәләрҽ мҽнән бҽрлҽктә дистанцион үткәрҽлгән эшмәкәрлҽктә әүҙҽм эшләүҙәрҽн дауам итәләр. Балаларға ҡоштар тураһында бик фәһемле мәғлүмәттәр бирелде, айырыуса  күгәрсҽн ҡошоноң тыныслыҡ ҡошо икәнлҽгҽнә ҙур иғтибар бүлҽндҽ.  Күгәрсҽн - тыныслыҡ  символы ла булып тора.  Бҽҙҙҽң бурыс - уларҙы онотмау һәм үҫҽп килгән быуынға тапшырыу.  Бәләкәстәр  ҡағыҙға йәбҽштҽрҽп күгәрсҽн - тыныслыҡ ҡошон эшләнҽләр. Ул әйтерһең, ерҙә бер ваҡытта ла һуғыш булмаһын, тип гөрләй...

Дистанцион эшләүҙә актив ҡатнашҡан ата - әсәләргә ҙур рәхмәтҽмдҽ бҽлдҽрәм.

         

Просмотров: 183 | Добавил: Hobit | Дата: 28.04.2020 | Комментарии (0)

#ӨйҙәЯҡшыраҡ

#дистанционэшләйбеҙ

   Вирус...Коронавирус..

Тажлы киҙеү... Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына һүҙҙәр... Ә күпме кешенең аһ - зарын, ҡайғы - хәсрәтен үҙ эсенә алған... Әйе, бөтә планетаның аҫтын -өҫкә әйләндергән сир ул.

     Шул вирус арҡаһында күпме халыҡ яратҡан эшенән, уҡыусылар мәктәптән,  ә кескәйҙәр балалар баҡсаһынан айырылып өйҙә ултырырға мәжбүр. Шуға ҡарамаҫтан, бер кемдең дә бойоғоп ултырырға ваҡыты юҡ. Сөнки бына бер ай дауамында инде беҙҙең ҡалала дистанцион эш алып барыла. Беҙҙең "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәселәре  лә ситтә тороп ҡалмай, әүҙем генә эшләйҙәр. "Тейенкәй" төркөмө бәләкәстәре лә көн һайын атай, әсәйҙәре менән бергә әкиәт уҡыйҙар, һүрәт төшөрәләр , йәнһүрәт тә ҡарап өлгөрәләр . Ә бөгөн ташландыҡ материалдар һәм пластилиндан яратҡан йәнһүрәт геройҙарын эшләнеләр. Бик тырыш һәм уңған беҙҙең кескәйҙәр!

  Тиҙҙән беҙҙең балалар баҡсаһы ла үҙ тәрбиәләнеүселәренә ишектәрен асыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.

               

Просмотров: 175 | Добавил: Hobit | Дата: 28.04.2020 | Комментарии (0)

#өйҙәУлтырабыҙ
#дистанционЭшләйбеҙ
"Йырһыҙ кеше - ҡанатһыҙ ҡош!" - ти халҡыбыҙ. Йырҙы яратҡан бала матурлыҡты аңлай, нескә күңелле, мәрхәмәтле булып үҫә. Был йәһәттән "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре атай, әсәйҙәре менән берлектә музыкаль эшмәкәрлек буйынса дистанцион рәүештә шөғөлләнеүҙәрен дауам итәләр. Балаларға яҙ темаһына, Еңеү көнөнә арналған йырҙар йырлатыуға, милли уйындарҙы уйнау теләге тыуҙырыуға бик күп аудио, видеоматериалдар тәҡдим ителде.Бәләкәстәр, әлбиттә Гөлнәзирә Роберт ҡыҙы төшөргән видео дәрестәрҙе ихлас күңелдән ҡабул иттеләр. Видеояҙманы ҡарап бергә йырланылар, ебәргән уйындарҙы уйнанылар.
Музыка тыңлау, музыкаль уйындар уйнау баланың ритм, тыңлау һәләтен үҫтереү менән бер рәттән рухи байлығын да байыта. Балаларҙың музыкаль һәләтен асыуҙа битараф булмаған ата - әсәйҙәргә рәхмәтемде белдерәм!

Просмотров: 194 | Добавил: Hobit | Дата: 28.04.2020 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Апрель 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024