Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSПятница, 18.10.2024, 08:25

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 2
Гостей: 2
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

#Милликейемдәркөнө

#деньнациональногокостюма

#Акбузат

Бөгөн,13.09.2024й, беҙҙең балалар баҡсаһында Милли кейем көнөнә арнап төрлө саралар ойошторолдо.Тәрбиәленеүселәр милли башҡорт кейеме тураһында белемдәрен байыттылар .Ҡыҙыҡлы халыҡ уйындары, йырҙары  аша кәйефтәрен күтәрҙеләр.Башҡорт халҡының ҡомартҡыларын иҫкә төшөрҙеләр.Балалар өсөн бындай көндәр бик файҙалы ла һәм патриотик тәрбиә эшендә төп  урын алып тора.

 

Просмотров: 9 | Добавил: akbuzat | Дата: 13.09.2024 | Комментарии (0)

#Милликейемкөнө

#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы

Бәләкәстәрҙе башҡорт халҡының боронғо йәшәйеше, милли йолалары, кейеме, музыка ҡоралдары менән таныштырып, бейеү-йырҙарын, уйындарын өйрәтеп, беҙ уларҙа тыуған еренә һөйөү тойғоһо уятабыҙ. Был, бер яҡтан, хис-тойғоларҙы үҫтерһә, икенсе яҡтан, телмәргә йоғонто яһай. Милли биҙәктәр, ҡул эштәре менән таныштырып, уларҙа эстетик тәрбиә менән берлектә үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ тойғолары үҫтерәбеҙ.Шул маҡсаттан сығып, был көндө балалар менән әңгәмәләр ҡорҙоҡ," Башҡорт халҡының йәшәгән урыны" үҫтереүсе- интерактив уйынын уйнаныҡ.

Просмотров: 10 | Добавил: akbuzat | Дата: 13.09.2024 | Комментарии (0)

#милликейемкөнө

#деньнациональногокостюма

Милли кейем - милли төҫ, милли сифатты күрһәткән бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, көслө рухын сағылдырған дәлил ул. Бөгөн уртансы "Космонавтар" төркөмөндә милли кейемдәр көнөнә арнап "Башҡорт халҡының орнаменты" исемле әңгәмә үткәрелде, һүрәттәр ҡараныҡ, төҫһөҙ һүрәттәр буяныҡ. Балаларға оҡшаны, фәһемле булды. Тарихыбыҙға балаларҙа бәләкәй саҡтан ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләү - беҙҙең бурыс.

Просмотров: 9 | Добавил: akbuzat | Дата: 13.09.2024 | Комментарии (0)

Милли кейем көнө менән! Башҡорт милли кейеме, донъяның башҡа халыҡтарындағы кеүек үк, башҡорттарҙың милли мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Абдулҡадирова Гөлфиә Хәлил Ҡыҙы дәрес үткәрҙе. Дәрестәрҙә балалар башҡорт милли кейеменең үҙенсәлектәре, элементтарҙың атамалары, уларҙың ниндәй материалдан эшләнеүе, милли кейемдең өлөштәре ниндәй функция үтәүе тураһында ҡыҙыҡлы факттар менән танышты.

Просмотров: 9 | Добавил: akbuzat | Дата: 13.09.2024 | Комментарии (0)

#деньнациональногокостюма

#милликейемкөнө

#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы 

Бөгөн Башҡортостанда иң матур, сағыу байрамдарҙың береһе – Милли кейем көнө билдәләнә. Ошо уңай менән "Аҡ сәскә" төркөмө тәрбиәләнеүселәре (Тулыбаева Г.Ғ., Аҫылбаева М. Ә. ) башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүесе - түшелдерек менән танышып үттеләр. Өйрәнгән белемдәрен һүрәт төшөрөү эшмәкәрлегендә ҡулландылар. Эшмәкәрлек төрө балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.

Просмотров: 7 | Добавил: akbuzat | Дата: 13.09.2024 | Комментарии (0)

#ДеньНациональногоКостюма

#милликейемкөнө

#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы

#Аҡсәскәтөркөмө

Милли кейем – халыҡтың күңел донъяһын, көнкүрешен, милләтенең йәшәү рәүешен, сәнғәтен, тарихын борон-борондан сағылдырып килгән ҡомартҡы ул.

"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Аҡсәскә" телмәр төҙәтеү төркөмө тәрбиәләнеүселәре лә байрамдан ситтә ҡалманы.

Йәш быуынға башҡорт милли кейемен, мәҙәниәтен, тарихын еткереү беҙҙең бурысыбыҙ булып тора.

Уҡытыусы - логопед Юнысбаева Гөлсинә Ғөбәйт ҡыҙы.

Просмотров: 10 | Добавил: akbuzat | Дата: 13.09.2024 | Комментарии (0)

#деньнациональногокостюма

#милликейемкөнө

#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы 

Бөгөн "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмөндә Милли кейтөркөмөндә ( тәрбиәселәр Хәсәнова Ә. Ш., Кунсбаева Л. Х.) арнап саралар ойошторолдо. Был көн тәрбиәләнеүселәр өсөн бик тә фәһҽмлҽ һәм ҡыҙыҡлы үтте.

Просмотров: 7 | Добавил: akbuzat | Дата: 13.09.2024 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Сентябрь 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024