Март ҡояшы серле йылмая ла
Һибә нурын тыуған еремә
Ҡаршы алып гүзәл яҙ байрамын
Шатлыҡ өҫтәй һәр бер кешегә
Бар йылыһын биреп күңелдәрҙең
Ҡотлайбыҙ беҙ бөйөк бер затты
Изге теләктәргә, ихтирамға
Улар лайыҡ, улар бик хаҡлы!
Ысынлап та, ҡатын – ҡыҙ – ул Бөйөк исем, ихтирамға лайыҡ. Был хаҡта “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре кес булыуҙарына ҡарамаҫтан яҡшы беләләр. Педагогтар (Ҡунаҡбаева Г.Р.,Сафина З.З.,Ташбулатова Ә.Ә.,Хасанова Ә.Ш.,Абдуллина Р.Й.,Ҡунысбаева Л.Х.,Иҙрисова Р.Х.,Аҫылбаева М.Ә.,Юнысбаева Г.Ғ.) тәрбиәләнеүселәр менән берлектә төрлө күңел асыу саралары, иртәлектәр үткәрҙеләр. Байрамда ҡәҙерле әсәйҙәребеҙгә бағышлап төрлө йырҙар йырланылды, шиғырҙар һөйләнелде. Дәртле бейеүҙәр һәм күңелле уйындар байрамға тик йәм өҫтәнеләр.