Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSЧетверг, 09.05.2024, 16:05

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

#һаулыҡАҙналығы
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
Сәләмәтлек - кешенең иң ҙур байлығы. Сөнки ул булмаһа, кеше бик күп нәмәләрҙән мәхрүм.
"Ҡыңғырау" төркөмө балалары менән, һау-сәләмәт булыу өсөн, дөрөҫ туҡланыу кәрәклеге тураһында әңгәмәләшеү үткәрелде. Балалар башҡорт халҡының төп кәсеп һөнәрҙәренең береһе -малсылыҡ менән танышып үттеләр һәм һөт аҙыҡтарының файҙаһы тураһында белемдәрен камиллаштырҙылар. Ҡорама йәбештереү ҙә балаларҙың күңеленә хуш килде. Сәләмәт булайыҡ!

   

Просмотров: 60 | Добавил: akbuzat | Дата: 23.03.2023 | Комментарии (0)

#һыукөнө
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы

22 март бөтә донъя һыу көнө тип иғлан ителгән.Ул 1993 йылда БМО - ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан раҫланған.
Ошо айҡанлы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә төрлө эшмәкәрлектәр ойошторолдо (тәрбиәселәр Ә.Ә.Ташбулатова, Ә.Ш.Хәсәнова). Балаларға "Һыуҙың файҙаһы", "Тәбиғәттә һыуҙың әйләнеше" темаһына әңгәмә, "Һыу кемгә кәрәк", "Тәбиғәттәге һыу" исемле дидактик уйындар, "Поролон һыуҙа нимә эшләй?" һ. б. тәжрибәләр үткәрелде. Был көндө кескәйҙәр Ф.Акбулатованың "Тамсыҡай", Г.Юнысованың "Гөрләүектәр" исемле шиғырҙары менән таныштылар. "Таҙа ҡулдар" тип исемләнгән гигиена күнекмәләрендә нығытып киттеләр.
Шулай итеп, балаларға кесе йәштән һыуҙың тәбиғәттә, кешенең көнкүрешендә булған әһәмиәте һәм уның бөтә тереклектең йәшәү сығанағы булыуы тураһында төшөнсәләрҙе камиллаштырыу маҡсатыбыҙҙың береһе булып торҙо.

   

Просмотров: 61 | Добавил: akbuzat | Дата: 23.03.2023 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Март 2023  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024