Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSЧетверг, 09.05.2024, 08:01

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
"Күбәләк"өлкән төркөм балалары менән һаулыҡ аҙналығында төрлө
ҡыҙыҡлы һәм фәһемле саралар ойошторолдо. "Кеше һәм уның һаулығын һаҡлау" кеүек сериялы һүрәттәр
ярҙамында гигиена , дөрөҫ туҡланыу һәм башҡа әңгәмәләр ойошторолдо. Тәрбиәленеүселәр сюжетлы-ролле уйындарҙа "табиптар" булып уйнап алдылар. "Һаулыҡ" темаһына бәйле аҙналыҡ балалар өсөн файҙалы үтте.

      

Просмотров: 51 | Добавил: akbuzat | Дата: 24.03.2023 | Комментарии (0)

#minobrnauki_rb
#gibdd_rb
#yuidbashkortostan
#яратамПДД
#ЮИД50лет
#ЮИДнаучит

23 март "Иғтибар - балалар!" акцияһы иғлан ителде. Шул акцияға ярашлы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Бәпембә" төркөмөндә (тәрбиәселәре Ташбулатова Ә. Ә., Хәсәнова Ә. Ш.) "Юл ҡағиҙәләрен үтәү - беҙҙең бурыс" исемле ата - әсәләр йыйылышы үтте. Йыйылышта юл хәүефһеҙлеге буйынса полиция хеҙмәткәре өлкән лейтенант Үзбәков Мирзат Иршат улы машинала балалар өсөн кресло һәм фликер тураһында фәһемле әңгәмә үткәрҙе. Шулай уҡ ата - әсәйҙәр ике командаға бүленеп юл хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы "Юл тамғаһын төҙө һәм әйт", "Кроссвордты сис", "Һорауға дөрөҫ яуап", "Мин урамда" темаһына һүрәт кеүек эштәр эшләп көс һынаштылар.
Мирзат Иршат улы әсәйҙәрҙең яуаптарын тыңлап иҫкәрмәләр әйтеп барҙы.
Инспектор әйтеүенсә юл ҡағиҙәләрен машина йөрөтөүселәр генә түгел, йәйәүлеләр ҙә яҡшы белергә тейеш. Юлдағы кисекмәҫ хәлдәрҙән сыға белеү, үҙеңде һаҡлау буйынса кәңәштәр бирҙе. Иң мөһиме юл ҡағиҙәләрен үтәү буйынса балалар алдында өлкәндәр өлгө булып торорға өндәне. Йыйылыш бик фәһемле һәм ҡыҙыҡлы булды. Үзбәков Мирзат Иршат улына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ташбулатова Әлфиә

         

Просмотров: 71 | Добавил: akbuzat | Дата: 24.03.2023 | Комментарии (0)

#һаулыҡАҙналығы#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
Балаларҙың һаулығы-бөгөнгө көнгә иң көнүҙәк тема. Сөнки хәҙерге йәмғиәткә әүҙем һәм сәләмәт кешеләр кәрәк, шуға күрә һаулыҡты мөмкин тиклем иртәрәк нығытырға кәрәк. Һаулыҡ аҙналығында "Ҡояшҡай" төркөмөндә лә (тәрбиәселәр: Кәримова Н.Ә., Солтанова Ф.Ә. ) төрлө сыныҡтырыу саралары, сюжетлы-ролле уйын "Ҡурсағымды йыуындырам", һүрәт төшөрөү, "Мойдодыр" йәнһүрәтен ҡарау һ.б. менән алып барылды. Иртә йәштә алған сәләмәт йәшәү рәүеше күнекмәләре дөйөм үҫеш өсөн нигеҙ булып хеҙмәт итәсәк һәм артабанғы йылдарҙа ла үҙенең әһәмиәтен һаҡлап ҡаласаҡ.

         

Просмотров: 78 | Добавил: akbuzat | Дата: 24.03.2023 | Комментарии (0)

#Аҡбуҙатбалаларбаксаһы
Бала үҫтереү үҙәгендә уҡытыусы-логопед Аминева Рәшиҙә Иҙрис ҡыҙы.,тәрбиәсе Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Ирек ҡыҙы тарафынан педагогтар өсөн "Педагогтың эшлекле имиджы" исемле семинар- практикум булып үтте. Был сарала педагогтарға шәхсән һәм гармониялы образ булдырырға, тышҡы ҡиәфәттәрен анализларға һәм нимә өҫтөндә эшләү буйынса кәңәштәр-тәҡдимдәр бирелде. Шулай уҡ, педагогтың психологик торошона, уның профессиональ эшмәкәрлегенә кейемдәге эшлекле стилдең йоғонто яһауы асыҡланылды. Семинар- практикум барышында "Мозговой штурм" ярҙамында педагогтың тышҡы ҡиәфәте үҙенсәлектәре, уның кейенеү манераһы тураһында йәнле аралашыу булды. "Эшлекле гардероб" уйыны аша, кейемдең профессиональ эшмәкәрлектә йоғонтоһон һәм педагогтың эске торошона тәьҫир итеүен асыҡланыҡ. Шулай итеп, педагог һәр ваҡыт күҙ уңында булараҡ, ул үҙенең телмәрен, йөрөшөн, ҡылығын ғына түгел, ә кейемен дә күҙәтеү өҫтөнә алырға тейешлегенә инандыҡ.

         

Просмотров: 56 | Добавил: akbuzat | Дата: 24.03.2023 | Комментарии (0)

#ҺаулыҡАҙналығы
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
Балалар баҡсаһында балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға өгөтләү, спорттың кеше организмына ыңғай йоғонтоһо тураһында төшөнсә биреү, физик күнегеүҙәр, уйындар, ярыштар аша етеҙлек, сослоҡ, берҙәмлек сифаттары тәрбиәләү маҡсаты менән һаулыҡ аҙнаһы айҡанлы "Таҙалыҡ -һаулыҡ", "Һаулыҡ өсөн нимәләр зарарлы " спорт байрамдары үткәрелде. Был байрам балалар өсөн дә, тәрбиәселәр өсөн дә бик күңелле һәм фәһемле булды.

      

Просмотров: 71 | Добавил: akbuzat | Дата: 24.03.2023 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Март 2023  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024