Балалар баҡсаһында педагогик кәңәшмәгә әҙерлек сиктәрендә педагогтар өсөн “Конфликттарҙы иҫкәртеү һәм уларҙы сисеү” исемле семинар – практикум үткәрелде. Нимә ул конфликт? Уның сәбәптәре, үҙенсәлектәре, ҡатнашыусылары, конфликттарҙы булдырмау һәм сисеү юлдары тураһында һүҙ алып барылды. Шулай уҡ, педагогтар менән экспресс диагностика һәм төрлө тренинг күнегеүҙәр ойошторолдо.