#Педагогһәмостазйылы
#Йондоҙлоюл
#Өҫтәлмәбелем биреүэшмәкәрлеге
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Сибай ҡалаһы мәғариф идаралығы тарафынан педагог һәм остаз йылына арналған оҫталыҡ кластары 4-се көн дауам итә. Бөгөнгө фестиваль "Баҙлауыҡ" балалар баҡсаһында ойошторолдо.
“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының иң дәртле, әүҙем, яңылыҡҡа ынтылыусан, даими эҙләнеүсе педагогтары “Балалар баҡсаһында өҫтәлмә белем биреү” майҙансығында үҙ тәжрибәләре менән бүлеште. Балалар баҡсаһы мөдире Иҙрисова Розалия Ғәлийән ҡыҙы - остаз булараҡ һәм йәш педагог, физик тәрбиә биреү инструкторы Әлибаева Әлиә Рамаҙан ҡыҙы "FITNESSKIDS - степ - аэробика” темаһына оҫталыҡ класы ойошторҙо. Степ - аэробика балаларҙың физик үҫешен, һаулыҡтарын нығытыуға булышлыҡ итә. Беҙҙең педагогтарҙың эш тәжрибәһен фестивалдә ҡатнашыусылар ихлас күңел менән ҡабул иттеләр, степ платформала бик тырышып күнегеүҙәр башҡарҙылар. Педагогтарыбыҙға артабанғы эштәрендә ижади уңыштар, яңы асыштар теләп ҡалабыҙ!
|