"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Йәйғор" кескәйҙәр төркөмөндә эҙләнеү - тикшеренеү эшмәкәрлеге әүҙем алып барыла. Балалар менән берлектә һуған ултыртып, көндә тәрбиәләү һәм күҙәтеү эштәре алып барабыҙ. Кескәйҙәр һуғанды нисек ултыртыу тураһында ғына белеп ҡалманылар, ә уның ниндәй файҙалы, витаминға бай булыуы тураһында ла белемдәрен арттырҙылар.