Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSЧетверг, 09.05.2024, 10:39

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

17:44

#Һаумы, һаумы, әкиәт
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
17 март көнө "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында әкиәт һөйләүселәр араһында "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсының локаль этабы үтте.
Был конкурс талантлы балаларҙы асыҡлау, башҡорт телен, ғөрөф - ғәҙәтен һаҡлау, әкиәтселәр үҫтереү, үҫеп килеүсе йәш быуында тарихи һәм мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында ойошторолдо.
Балалар сараның тәүге минутынан тылсымлы йомғаҡ ярҙамында әкиәт донъяһына сумдылар. Унда әкиәт иленең хужабикәһе (тәрбиәсе Иҙрисова Р.Х.) ҡаршы алды. Әкиәт һөйләүселәр үҙҙәренең яратҡан әкиәттәрен һөйләп ишеттерҙеләр. Конкурста төрлө йәштәге 23 тәрбиәләнеүсе ҡатнашты. Яңғыҙ әкиәт һөйләү буйынса бөтәһе - 18 бала булһа, йәнһүрәт төшөрөүҙә - 5 бала ҡатнашты. Иң йәш ҡатнашыусыға ни бары 2 йәш ине. Жюри ағзалары тарафынан еңеүселәр билдәләнде:
2 - 4 йәшлектәр араһында Сафина Милена - Гран - при (етәксеһе Сафина З.З), Сынгизов Замир -1 урын, Ғүмәров Иҙел 2 урын ( Вәлитова Р.З.), Аллабердина Алтынай - 3 урын (Абдуллина Р. Й.).
5 - 7 йәшлектәр араһында Арыҫланбаев Арыҫлан - Гран - при (Хәсәнова Ә.Ш.), Мөхәмәтҡужин Арыҫлан -1 урын, Исламова Регина - 3 урын (Ташбулатова Ә.Ә.).
Йәнһүрәт буйынса Вәхитов Ибраһим, Ибраһимова Эвелина, Исламгулова Рушан Гран - при (Кунсбаева Л.Х.), Әбүбәкирова Азалина 1 урын (Ташбулатова Ә.Ә.), Мөхәмәтҡужина Юлиә 2 урын (Йыһангирова Г.М.) яуланылар.
Үткәрелгән был сара балалар өсөн бик файҙалы һәм фәһемле булды. Һәр ҡатнашыусы дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуандылар. Киләсәктә тағы ла балаларға уңыштар теләйбеҙ. Әкиәт балаларҙың ысын дуҫы булып ҡалһын.

   

Просмотров: 85 | Добавил: akbuzat | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Март 2023  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024