Ҡала уҡытыусы-логопедтарының методик берекмәһе планына ярашлы "Акбуҙат" балалар баҡсаһы уҡытыусы- логопедтары Әминева Рәшиҙә Иҙрисовна менән Йылҡsбаева Гөлдәр Рәхимйәновна балаларҙың телмәрен төҙәтеү буйынса эш алымдары менән уртаҡлаштылар. Улар индивидуаль һәм төркөм менән дәрес үткәрҙеләр. Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге бик ҡыҙыҡлы, төрлө алымдар, ысулдар менән байытылған. Балалар үҙҙәренең телмәр үҫешен, белемдәрен күрһәттеләр. Рәшиҙә Иҙрисовна "Ҙ өнө", Гөлдәр Рәхимйәновна "Р өнө һәм хәрефе" темаһына дәрес күрһәттеләр.
|