#ДНПК
#Фәнниғәмәликонференция
Бөгөн 22 март көнө ҡала кимәлендә балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында "Фәнгә тәүге аҙымдар - 2023" беренсе балалар фәнни - ғәмәли конференцияһы үтте. Локаль этапта еңеүсе булған 16 йәш эҙләнеүсе "Айгөл" балалар баҡсаһында осрашты. Конференция ла балалар йәш ғалимдәр ролендә булдылар һәм үҙҙәренең асыштары, күҙәтеүҙәре тураһында һөйләне, тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Һәр бала үҙенең тәүге асыштарының әһәмиәтен тойҙо. Бөтә эштәрҙә айырым иғтибарға лайыҡ булды һәм тикшеренеүселәр маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Алтынбаева Ая (тәрбиәсеһе Ташбулатова Ә.Ә.) "Һыу һәм уның үҙенсәлектәре" тип исемләнгән тема менән сығыш яһаны һәм призер дипломына лайыҡ булды! Афарин Ая!! Гел шулай тырыш, уңған булып ҡал! Уңыштар һиңә!
|