#һыукөнө
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
22 март бөтә донъя һыу көнө тип иғлан ителгән.Ул 1993 йылда БМО - ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан раҫланған.
Ошо айҡанлы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә төрлө эшмәкәрлектәр ойошторолдо (тәрбиәселәр Ә.Ә.Ташбулатова, Ә.Ш.Хәсәнова). Балаларға "Һыуҙың файҙаһы", "Тәбиғәттә һыуҙың әйләнеше" темаһына әңгәмә, "Һыу кемгә кәрәк", "Тәбиғәттәге һыу" исемле дидактик уйындар, "Поролон һыуҙа нимә эшләй?" һ. б. тәжрибәләр үткәрелде. Был көндө кескәйҙәр Ф.Акбулатованың "Тамсыҡай", Г.Юнысованың "Гөрләүектәр" исемле шиғырҙары менән таныштылар. "Таҙа ҡулдар" тип исемләнгән гигиена күнекмәләрендә нығытып киттеләр.
Шулай итеп, балаларға кесе йәштән һыуҙың тәбиғәттә, кешенең көнкүрешендә булған әһәмиәте һәм уның бөтә тереклектең йәшәү сығанағы булыуы тураһында төшөнсәләрҙе камиллаштырыу маҡсатыбыҙҙың береһе булып торҙо.
|