#беҙӨйҙә # өйҙәЯҡшыраҡ #өйҙәУлтыр
“Аҡбузат” балалар баҡсаһының иртә йәштәге “Тейенкәй” төркөмө тәрбиәселәре һәм ата-әсәләре бик әүҙем эш алып барҙылар. Өйҙә балаларҙың ҡул суҡтарын үҫтереү, актив һүҙлек запасын байытыу буйынса бик күп эштәр алып барылды. Әсәйҙәр, өләсәйҙәр менән эшләү бик мауыҡтырғыс булды. Балалар яҙ темаһына арнап ҡояш эшләнеләр, ял минуттарында физик күнегеүҙәр үтәүҙе лә ҙур теләк менән башҡарҙылар. Бәләкәс кенә булһалар ҙа балалар өйҙә ултырыуға бик яуаплы ҡарайҙар.