Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSПятница, 03.05.2024, 22:16

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

#Читаемсмамой

#СибайЦГБ

#өйҙә ултырабыҙ

“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре ата - әсәләрҽ мҽнән берлектә дистанцион  рәүештә шөғөлләнеп кенә ҡалмайҙар, ә онлайн үткәрҽлгән  төрлө акцияларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Сибай үҙәк ҡала китапханаһы үткәргән “Әсәй менән уҡыйбыҙ” онлайн фото акцияһында ла әүҙем ҡатнаштылар  һәм сертификат менән бүләкләнделәр. Балаларҙы ҡанатландырып, бергә әүҙем эшләгән ата-әсәләргә оло рәхмәтемде белдерәм.

   

 

Просмотров: 162 | Добавил: Hobit | Дата: 27.04.2020 | Комментарии (0)

#өйҙәкүңелле

#дистанционэшләйбҽҙ

"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Йәйғор" төркөмө тәрбиәләнҽүсҽләрҽ һәр  көнөн атай,  әсәйҙәрҽ мҽнән бҽргәләп  күңҽллҽ һәм файҙалы итҽп үткәрәләр.  Бәләкәстәр ата - әсәләренең ҙур ярҙамсылары булып үҫеп киләләр: һауыт - һаба йыуыу, саң һөртөү, бҽшҽрҽү, гөл тәрбиәләү сҽрҙәрҽн үҙләштерәләр. Афарин балалар!!!

                 

Просмотров: 157 | Добавил: Hobit | Дата: 27.04.2020 | Комментарии (0)

#Башҡорттелейылы

#Башдиктант

25 апрель Халыҡ - ара онлайн - диктант яҙыуға  "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы коллективы   һәм ата -  әсәләре  әүҙем  ҡушылды.  Был акция әҙәби телде, беҙҙең яҙыусыларыбыҙҙың ижадын пропагандалай. Иң мөһиме, белем алыуға, башҡорт теленең кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй.

      

Просмотров: 172 | Добавил: Hobit | Дата: 27.04.2020 | Комментарии (0)

#өйҙәкүңелле

#дистанционэшләйбеҙ

Был аҙнала ла  "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының  иң  кескәйҙәре өсөн бик фәһемле, ҡыҙыҡлы үтте. Нәфис әҙәбиәт  менән танышыуҙы дауам итеп  "Сыбар тауыҡ" әкиәтенән "алтын" йомортҡа һүрәтен төшөрҙөләр. Унан тыш  атай, әсәйҙәре менән төрлө ябай   тәжрибәләр үткәреп ҡыуанды бәләкәстәр: һыуҙы төрлө төҫтәр менән буянылар,  "ауыр - еңел",  "бата - батмай"  төшөнсәләре менән таныштылар. Эш барышында һаулыҡ, таҙалыҡты һаҡлау, үҙ -  үҙен хеҙмәтләндереү ҡағиҙәләрен дә  ҡабатлап үттеләр.

        

Просмотров: 167 | Добавил: Hobit | Дата: 27.04.2020 | Комментарии (0)

#өйҙәултырабыҙ

#дистанционэшләйбеҙ

"Ер - беҙҙең уртаҡ йортобоҙ" аҙналағын да  мәктәпкә әҙерлек "Ҡыңғырау " төркөмө балалары төрлө видеояҙмалар ҡарап, тыуған еребеҙҙең матурлығын үҙҙәренең ижады аша күрһәттеләр. Тәбиғәткә бәйле һүрәттәр эшләнеләр, шиғырҙар ятланылар, мәҡәл -  әйтемдәр өйрәнделәр. Шул уҡ ваҡытта атай, әсәйҙәренә  ярҙам итергә, үҫентеләр ултыртырға,  гөлдәр тәрбиәләргә лә өлгөрҙөләр. Өй эргәһендә баҡсала ла әүҙем ярҙам иттеләр.

       

 

Просмотров: 167 | Добавил: Hobit | Дата: 27.04.2020 | Комментарии (0)

#өйҙәяҡшы

#Еркөнө

#дистанционэшләйбеҙ

Һәр йыл haйын 22 апрель  "Ер көнө" билдәләнә. Был көндө  "Аҡбуҙат"  балалар баҡсаhының "Ҡыңғырау" төркөмө тәрбиәләнеүселәре лә ситтә тороп ҡалманы.   Иң тәүҙә "Ер hәм кеше", "Беҙҙең планета" исемле видеояҙмалар ҡаранылар. Улар беҙҙең  еребеҙҙең ни тиклем  матур икәненә инандылар, әммә  планетаның кеше тарафынан бысраныуын күреп  haҡларға кәрәклеген  аңланылар. Ер тураhында әйтемдәр, мәҡәлдәр өйрәнделәр, һүрәт төшөрҙөләр, Ер макетын эшләнеләр.  Шулай уҡ ата - әсәләргә лә ярҙам итеп, баҡса эштәрендә  булыштылар, үҫентеләрҙе лә ҡарап өлгөрҙөләр.

       

Просмотров: 178 | Добавил: Hobit | Дата: 27.04.2020 | Комментарии (0)

#өйҙәултырабыҙ

#дистанционэшләйбеҙ

"Һөйләһәң - онотормон.

Күрһәтһәң - иҫтә  ҡалдырырмын.

Эшләп ҡарарға  бирһәң  - аңлармын", - ти ҡытай мәҡәле.

Шул һүҙҙәрҙе иҫбатлап, "Кугәрсен" төркөмө балалары  атай,  әсәйҙәре  менән берлектә төрлө  тәжрибәләрҙә  эшләп өлгөрәләр.  Тәжрибәләр үткәреү баланың  уйлай белеү  һәләтен, фекерләү ҡеүәһен, ижади һәләтен аса, йәнле һәм  йәнһеҙ тәбиғәт  бәйләнештәре аңларға ярҙам итә. Унан тыш бала "Нисек?", "Ни өсөн?" һорауҙарына яуап таба.

             

Просмотров: 168 | Добавил: Hobit | Дата: 27.04.2020 | Комментарии (0)

#өйҙәЯҡшыраҡ

#дистанционЭшләйбеҙ

"Ҡолонсаҡ" төркөмө тәрбиәләнҽүсҽләрҽ кҽскәй булыуҙарына ҡарамаҫтан,  ата -әсәләрҽ мҽнән бҽрлҽктә "Китап -  бҽлҽм шишмәһҽ" аҙналығында бик әүҙем ҡатнаштылар.  Улар "Йомро икмәк" әкиәтҽн иҫтәрҽнә төшөрҙөләр һәм яратҡан геройҙарын   әүәләнҽләр. Бәләкәстәр үҙҙәренең эшенән бик ҡәнәғәт ҡалдылар.

        

Просмотров: 174 | Добавил: Hobit | Дата: 27.04.2020 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Апрель 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024