Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSПятница, 03.05.2024, 21:29

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

#өйҙәУлтырабыҙ
#дистанционЭшләйбеҙ
Яҙ килде, яҙ
Гүйә, бар донъяны
Һағынылған бер хис уятты.
Танауҙарҙы ярып килеп инде
Тәмле еҫе ҡара тупраҡтың. . . .
Ысынлапта, тәбиғәт көндән - көн йәнләнә бара, тау битләүҙәрендә үләндәр йәшәрә,  тәүге сәскә умырзаялар  ҡалҡып сыға, сыйырсыҡтар һәм һабан турғайҙары һайрай, бөжәктәр уяна. "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Бәпембә" төркөмө тәрбиәләнеүселәре лә  өйҙә ултырыуҙарына ҡарамаҫтан  бөжәктәр "донъяһы"  менән танышыуҙы дауам итәләр. Был юлы кескәйҙәр менән ҡамҡа тураһында белемебеҙҙе тулыландырҙыҡ. Кемдер  ҡамҡаны һүрәткә төшөрөп,  кемдер  әүәләп ҡыуанды. Әлбиттә,  был  эшмәкәрлектәр баланың  ваҡ ҡул моторикаһын,  уйлау һәләтен үҫтерә, ҡыҙыҡһыныу уята, ижади һәләтен аса.

         

 

Просмотров: 171 | Добавил: Hobit | Дата: 20.04.2020 | Комментарии (0)

#өйҙә ултырабыҙ

#дистанционэшләйбҽҙ

"Аҡбуҙар" балалар баҡсаһының "Йәйғор" төркөмө тәрбиәләнҽүсҽләрҽ ата - әсәләрҽ мҽнән бҽрлҽктә дистанцион үткәрҽлгән эшмәкәрлҽктә әүҙҽм эшләүҙәрен дауам итәләр. Яҙ темаһын дауам итеп бөгөндә  бәпембә сәскәһен өйрәнделәр, "Бәпҽмбә балалары" исҽмлҽ әкиәт менән таныштылар. Атай,  әсәйҙәр балаларға бәпҽмбәнҽң файҙаһы тураһында аңлатып үттҽ,  мәҫәлән был күркәм үҫҽмлҽк бик күп витаминдарға бай, яраларҙы, йоҡоһоҙлоҡто дауалағанда, ҡан баҫымы күтәрҽлгәндә бәпҽмбәнән шифалы төнәтмә ҡайнаталар һ.б. Һуңынан бәләкәстәр пластилиндан бәпембәләрҙе   әүәләптә ҡуйҙылар. Тиҙҙән бәпембәләрҙе һүрәттә генә түгел, ә  урамда ла күрерҙәренә ышана бәләкәстәр. Ә дистанцион эшләүҙә актив ҡатнашҡан ата - әсәләргә ҙур рәхмәтемде  бҽлдҽрәм.

   

   

 

Просмотров: 209 | Добавил: Hobit | Дата: 20.04.2020 | Комментарии (0)

#өйҙәУлтырабыҙ

#дистанционЭшләйбеҙ

Был аҙна ла "Аҡбуҙат"балалар баҡсаһының "Бәпембә", "Күбәләк" төркөмө тәрбиәләнеүселәре өсөн  дистанцион үткәрелгән эшмәкәрлектәр әүҙем үтеп китте. Балалар  ата- әсәләр бергә яҙ миҙгеленә арналған шиғырҙар  ятланылар, һүрәт төшөрҙөләр,  пластилиндан үҙҙәренә оҡшаған ҡырағай хайуан әүәләнеләр. Был эшмәкәрлектәр бәләкәстәр өсөн ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла һәм фәһемле  булды. Әүҙем ата - әсәләргә ҙур рәхмәт.

      

Просмотров: 163 | Добавил: Hobit | Дата: 20.04.2020 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Апрель 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024