Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSПятница, 03.05.2024, 19:51

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

#өйҙә ултырабыҙ#дистанцион эшләүбеҙ

"Аҡбуҙат" балалар баҡсаhының "Күгәрсен" телмәр төҙәтеү төркөмө (тәрбиәселәре Кульмухаметова Р.И. Нигаматова А.И.) "Китап-белем шишмәhе" аҙналығына ярашлы, китаптарға ҡарата  hөйөү hаҡсыл ҡараш тәрбиәләү  йәhәтенән, ата-әсәләр менан берлектә бик куп эштәр башҡарыла. Үҙ ҡулдары менән, ғаилә мен         ән бергәләп матур китапсыҡтар эшләү менән мәшғүл булдылар, китап тураhында мәҡәл-әйтем өйрәнделәр,hүҙлек запасын байыттылар, бәйләнешле телмәрен үҫтерҙеләр. Башланғыс  математик төшөнсәләрҙе нығытыу буйынса дәфтәрҙә  график диктант яҙыу менән шөғөлләнеүҙе дауам иттеләр.Балалар ваҡыт төшөнсәhе менән таныштылар, логик фекерлаүҙе уҫтереүгә мәсьәләләр систеләр, геометрик фигураларҙы ҡабатланылар, миҫалдарға яуап эҙләнеләр. Балалар менан әүҙем шөғөлләнҙән ата-әсәләргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

     

Просмотров: 163 | Добавил: Hobit | Дата: 22.04.2020 | Комментарии (0)

#өйҙәУлтырабыҙ#дистанционЭшләйбеҙ#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары бер көндө лә бушҡа уҙғармайҙар. Эйе, эйе, уларға бит тиҙҙән мәктәпкә! Был аҙнала улар логопед кәңәштәренә таянып йыл миҙгелдәрен нығыттылар, туп менән телмәр уйындары уйнанылар, сериялы һүрәттәр буйынса хикәйә лә төҙөнөләр, график диктант та яҙҙылар. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла баланың телмәр үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Яҡшы телмәр үҫеше - мәктәптә уңышлы уҡыуҙың төп нигеҙе булыуын ата-әсәләр ҙә яҡшы аңлайҙар.

  

Просмотров: 165 | Добавил: Hobit | Дата: 22.04.2020 | Комментарии (0)

#башҡортТелейылы

#ӨйҙәЯҡшыраҡ

Туған телем - башҡорт теле ,

Башҡа телде лә беләм.

Тик яҡыны әсәм теле,

Бирә ул миңә белем.

Атай - әсәй, тыуған йорт, туған тел, Тыуған ил... Былар бер -береһенә тығыҙ бәйләнгән, кешенең күңел түрендә сабый саҡтан урын алған иң ғәзиз төшөнсәләр. Ысынлап та, туған телеңде яратыу -Тыуған илде, ата -әсәйеңде яратыу ул.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай тарафынан 2020 йыл Республикабыҙҙа Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде.  Шул йәһәттән, "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының кескәйҙәре лә башҡорт телендә әкиәт уҡыу,  шиғыр ятлауҙан тыш башҡорт телендә йәнһүрәттәр ҙә ҡарайҙар. Йәнһүрәт ҡарап, бәләкәстәр ваҡыт үткәреп кенә ҡалмайҙар, ә яҡшылыҡты яманлыҡтан айырырға, бер - береһенә ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәнәләр.  Шулай уҡ йәнһүрәттәр ҡарап, кескәйҙәрҙә туған телебеҙ - башҡорт теленә ҡарата һөйөү уяна. Ә был - иң  мөһиме!

    

Просмотров: 158 | Добавил: Hobit | Дата: 22.04.2020 | Комментарии (0)

#ЦГБ
#читаҽмсмамой
#сибай
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының кҽскәйҙәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре, ата - әсәләре мҽнән өйҙә ваҡыттарын бик файҙалы итҽп үткәрәләр. Төрлө үткәрелгән акциялар, флешмобтар ҙа әүҙем ҡатнашып торалар. Нәфис әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатындаә әле лә Сибай үҙәк ҡала китапханаһы үткәргән "Әсәй мҽнән уҡыйбыҙ!" исҽмлҽ онлайн фото акцияһына ҡушылдыҡ (тәрбиәселәр Ташбулатова Ә.Ә., Хәсәнова Ә.Ш.). Бәләкәстәр әсәйҙәре менән бергәләп ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс китап "донъяһын" гиҙәләр.

    

Просмотров: 152 | Добавил: Hobit | Дата: 22.04.2020 | Комментарии (0)

#сидим дома

#работаем дистанционно

Воспитанники группы "Ак сәскә" с пользой проводят время. Они развивают речь, обогащают словарный запас и играют пальчиковые игры с предметами.

   

Просмотров: 147 | Добавил: Hobit | Дата: 22.04.2020 | Комментарии (0)

#өйҙәултырабыҙ
#дистанционэшләйбеҙ
Әкиәт - халыҡ ижадының киң таралған бер төрө. Беренсенән, балаларҙы яҡшыны - ямандан, изгелекте - яуызлыҡтан айырырға өйрәтә. Икенсенән баланың фантазияһын, фекерләү сослоғон, тел байлығын үҫтерә. Ошо фекерҙе "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының иртә йәштәге "Тейенкәй" төркөмө ата - әсәләре һәм уларҙың тәрбиәселәре Йыһангирова Г.М., Кунсбаева Л.Х. дәлилләй. "Китап - белем шишмәһе!" аҙналығында тәрбиәселәр дистанцион рәүештә бәләкәстәргә әкиәттәр менән танышырға тәҡдим иттеләр. Бәләкәстәр яратҡан әкиәт геройҙарын һүрәткә төшөрҙөләр, әүәләнеләр, улар менән төрлө уйындар уйнанылар. "Ысынлап та, бик йыш әкиәт тыңлап үҫкән бала ҡыҙыҡһыныусан, тиҫтерҙәре һәм өлкәндәр менән еңел аралашыусан булып үҫә", - ти тәрбиәселәре

  

 

Просмотров: 169 | Добавил: Hobit | Дата: 22.04.2020 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Апрель 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024