Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSСуббота, 04.05.2024, 06:08

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

#өйҙәяҡшы
#дистанционэшләйбеҙ
“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының  “Толпар” төркөмө тәрбиәләнеүселәре ата-әсәләр менән берлектә дистанцион  үткәрелгән эшмәкәрлектә әүҙем ҡатнашыуҙы дауам итәләр.  Бөгөндә кескәйҙәр әкиәт иленә "сәйәхәткә" сыҡты. Улар атай, әсәйҙәре менән бергә үҙҙәренең яратҡан әкиәттәрен уҡып, һөйләргә лә өйрәнделәр. Шулай уҡ  “Минең яратҡан әкиәт геройым” темаһына  һүрәттә эшләп өлгөрҙөләр. Был саралар аша баланың нәфис әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныуы арта,  телмәре, ҡул моторикаһы үҫешә. Әкиәт балаларҙы әҙәпле булырға, яҡшы сифаттарға ғына өйрәтә.  Әлбиттә балалар менән бергә тырышып  эшләгән  ата - әсәләргә рәхмәтемде еткерәм.

       

Просмотров: 175 | Добавил: Hobit | Дата: 16.04.2020 | Комментарии (0)

#өйҙәУлтырабыҙ #дистанционЭшләйбеҙ
Карантин булыуға ҡарамаҫтан коррекцион - үҫтереү эшмәкәрлеге туҡтап ҡалманы. "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының уҡытыусы - логопеды Уразбаева Айгөл Фәтих ҡыҙы ла ата - әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләне. Балалар менән эшләү өсөн уйын формаһында күргәҙмәле материал тәҡдим ителенде. Әлбиттә бер аҙнаға план төҙөлдө, ата - әсәләргә эш бурыстары билдәләнде. Аҙнаның беренсе көнөн дөйөмләштереүгә, классификациялауға бағышланһа, икенсе көнө - фонематик ишетеү һәләтен үҫтереүгә, артабан арауыҡ йүнәлешен нығытыуға, тиҙәйткестәр әйтеүгә, һүҙҙәргә өн анализы эшләүгә арналды. Баланың телмәрен төҙәтеү эшенә етди ҡараған ата - әсәләргә "афарин" тип, әйтергә генә ҡала.

       

Просмотров: 184 | Добавил: Hobit | Дата: 16.04.2020 | Комментарии (0)

#өйҙәултырабыҙ

#дистанционэшләйбеҙ

"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Тейенкәй" төркөмө кескәйҙәре өйҙә ултырыуға ҡарамаҫтан,бер көндәрен дә бушҡа үткәрмәйҙәр. Әүәләү, физик күнегеүҙәр эшләү, һүрәт төшөрөүҙән тыш, бәләкәстәрҙең иң яратҡан шөғөлө,  әлбиттә әкиәт уҡыу.  Ата - әсәләр, өләсәйҙәр менән бергәләп көндә яратҡан әкиәттәрен уҡыйҙар. Әкиәт геройҙары менән "сәйәхәткә" сығалар, улар өсөн "янып -көйәләр",  бергә шатланалар. Шулай уҡ әкиәт уҡыу  баланың  телмәр үҫешенә лә булышлыҡ итә, кескәйҙәр яңынан - яңы һүҙҙәр үҙләштерә, һүҙлек запастары байый.  Ә әкиәттең тәрбиәүи әһәмиәте ни тиклем  ҙур икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Әкиәт тыңлаған кескәйҙәр аҡыллы, зирәк, ҡыйыу булып үҫәләр, яҡшыны яманлыҡтан айырырға өйрәнәләр.  Ә инде уларҙың бәләкәй генә ҡаҙаныштары өсөн, беҙ - тәрбиәселәр,  ҡыуаныс - ғорурлыҡ тойғоһо  кисерәбеҙ.

      

Просмотров: 156 | Добавил: Hobit | Дата: 16.04.2020 | Комментарии (0)

#өйҙәултырабыҙ
#дистанционэшләйбеҙ
19 апрель көнө яҙҙың тәүге сәскәһе - умырзаяға бағышлана. Ҡыҙыл китапҡа индерелгән был сәскә тураһында "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының тәрбиәселәре Ташбулатова Ә.Ә. һәм Сабитова Э.М. дистанцион рәүештә тәрбиәләнеүселәренә һәм уларҙың ата - әсәләренә мәғлүмәт бирҙе. Был үҫемлек күп йыллыҡ үләндәр төрө булһа ла, хәҙерге ваҡытта уның юҡҡа сығыу хәүефе янағанын балалар яҡшы аңлайҙар. Һәм умырзая сәскәһен өҙмәү, уны һаҡлау маҡсатында ҡағыҙға эшләптә ҡуйҙылар. Ысынлап та, ата - әсәләр, балалар өйҙә ултырыуға ҡарамаҫтан тәбиғәт үҙенең матурлығы, мөғжизәһе менән һөйөндөрә. Тимәк йәшәү дауам итә.

        

                      

 

Просмотров: 168 | Добавил: Hobit | Дата: 16.04.2020 | Комментарии (0)

#өйҙәУлтырабыҙ #дистанционЭшләйбеҙ

"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Бәпембә", "Күбәләк"  төркөмө тәрбиәләнеүселәре ата - әсәләр менән берлектә  дистанцион үткәрелгән эшмәкәрлектәрҙә  әүҙем ҡатнашалар. Һәр бер бирелгән эште етди ҡабул итәләр. Бөгөндә  традицион булмаған алым -  баҫма техникаһын ҡулланып ихлас күңелдән  тюльпан сәскәһен  эшләнеләр. Әлбиттә, һүрәт төшөрөүгә ҡурҡҡан балаларға  баҫма техникаһы бик ҡулайлы. Сөнки ниндәйҙер ҡул аҫты материалын ҡулланып,  бармаҡ, ҡул  менән баҫып көтөлмәгән һүрәт килеп сыға. Балаларҙа тағы ла һүрәт эшләү теләге тыуа. Уларҙа ҡыйыулыҡ,  тәүәккәллек, үҙ - үҙенә ышаныс барлыҡҡа килә. Балаларҙың бармаҡ, ҡул моторикаһы үҫеүенән тыш,  фантазияһы байый, ижади фекерләүе, уйлау һәләте үҫешә.

      

Просмотров: 160 | Добавил: Hobit | Дата: 16.04.2020 | Комментарии (0)

#өйҙәяҡшы

#дистанционэшләйбеҙ

"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Бәпембә" төркөмө тәрбиәләнеүселәре атай, әсәйҙәре  менән берлектә дистанцион үткәрелгән эшмәкәрлектәрҙә әүҙем ҡатнашалар.   Балалар  башланғыс ябай математик төшөнсәләр биреү  эшмәкәрлегендә лә ҙур теләк менән шөғөлләнделәр.  Таяҡсалар ярҙамында төрлө геометрик фигуралар төҙөүҙе лә ҙур кинәнес менән башҡарҙылар. Әлбиттә,балаларға таяҡсалар менән уйнау ҡыҙыҡта, мауыҡтырғыста. Был ваҡытта  балалар  фигуралар тураһында белемен нығытып ҡына ҡалмай, ә уларҙың  ваҡ ҡул моторикаһы,  логик фекерләүе үҫешә,  үҙаллылыҡҡа өйрәнәләр, ҡыҙыҡһыныуҙары арта. Балалар менән шөғөлләнгән ата - әсәләргә ҙур рәхмәтемде еткерәм.

      

Просмотров: 180 | Добавил: Hobit | Дата: 16.04.2020 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Апрель 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024