#өйҙәУлтырабыҙ #дистанционЭшләйбеҙ Баланы кесе йәштән үк нәфис әҙәбиәткә ылыҡтырыу мөһим. "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының иң кескәйҙәре лә әкиәт яраталар. Әлбиттә, әкиәт менән таныштырыуҙы уҡыу, һөйләү генә түгел, ә әкиәт персонаждарын балаға уйнап күрһәтһәң бала өсөн ниндәй бәхет! Телде үҙләштереүгә лә йоғонтоһо ҙур. Тап әкиәт аша кескәйҙәр тормош нигеҙҙәрен өйрәнә.