#өйҙә яҡшыраҡ
#өйҙә ҡалайыҡ
#дистанционэшләйбеҙ "Серле устар" Бәләкәй устарым минең Уйнайым буяҡ менән. Себеш эҙләй бит әсәһен Әсәһе ҡайҙа икән? Устарыма буяҡ һөртөп Баҫтым ҡағыҙ битенә Матур ҡояш килеп сыҡты Һипкелдәре битендә. Усым менән шаярамын Төрлө биҙәктәр һалып. Йә һигеҙаяҡтар була, Йә сәскә сыға ҡалҡып Әкиәт иленә юлланам Һүрәттәремә ҡарап. Әйҙә дуҫым һин дә бергә Һүрәттәреңде барлап!